Турнир июлдә Учалы районы Ҡотой ауылында була. Әле ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә. “Еңеү яулаған ир-егеттәр командаһына күсмә Кубок, 300 мең һум аҡса һәм башҡорт тоҡомло ат тапшырыла. Ҡатын-ҡыҙҙарға 100 мең һәм һыйыр бүләк итәбеҙ”, - ти турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе Илнур Солтанов.
Футбол фестивалендә ҡатнашыусылар даирәһе йылдан-йыл киңәйә. Быйыл ул халыҡ-ара ярыш булараҡ уҙғарыла, ти Илнур Солтанов.
Турнирҙа футбол буйынса ярыштан тыш, кибер-спорт, милли ат сабышы, көрәш, уҡ атыу турниры үтә. Шулай уҡ башҡа уйындар уҙғарыла. Эстрада артистары ҡатнашлығында концерт ойошторола.




