Зыяратты төҙөкләндереү - бурыс. «Нәсихәт» мәсете йыйылған хәйер-саҙаҡаларҙы мөһим эшкә йүнәлтте. Баймаҡ ҡалаһындағы изге эш хаҡында киләһе сюжетта.
Кәкреауыл биҫтәһендә урынлашҡан Хоҙайбирҙин урамындағы мосолман зыяраты - Баймаҡта иң ҙур һәм боронғо зыяраттарҙың береһе. Уны уратып алған ағас ҡоймалар заман һынауын үткән, күп урындары емерелеп тора һәм яңыртыу талап итә. Ошоно күҙ уңында тотоп, «Нәсихәт» мәсете йыйылған хәйер саҙаҡаны биләмәне төҙөкләндереүгә тотондо.
29 май зыяратта өмә иғлан ителде. 600 метр иҫке ағас ҡоймаларҙы тимергә алаштырыу эше башланды. Изге эштә ҡатнашыусылар үҙҙәренә ҙур сауап алып, әруахтар рухын да шатландырҙы. Мәрхүмдәрҙең мәңгелек йортон тәртиптә тотоу ул һәр кемдең бурысы.



