Мәскәүҙең Коньковский быуаларында Һабантуй байрамы үтте

Башҡорт балы, бауырһаҡ һәм халыҡ бейеүҙәре. Мәскәүҙең Коньковский быуаларында Һабантуй байрамы үтте. Баш ҡаланың көньяҡ-көнбайыш яғында йәшәүселәр күп милләтле Башҡортостандың мәҙәниәте һәм йолалары менән танышты. Байрамда ҡунаҡтарға милли костюмдар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар тәҡдим ителде. Шулай уҡ улар башҡорт балы, милли ризыҡтарынан да ауыҙ итте. «Алтын ай», «Бүләк», Аҡйондоҙ» кеүек һәм башҡа ижади коллективтарҙан торған бай концерт программаһы ла әҙерләнгәйне.

Һабантуй Ленинград өлкәһендә лә үтте. Өлкә халҡы һәм ҡунаҡтарын Ғафури районының «Асанай» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле тәбрикләне. Коллектив ағзалары милли уйын ҡоралдарында сығыш яһап, тамашасыларҙы башҡорт аш-һыуҙары менән һыйланы. Ҡунаҡтарҙы бигерәк тә Башҡортостан картаһы формаһында әҙерләнгән 22 килограмлыҡ бауырһаҡ хайран итте. Һабантуй шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары, билбау көрәше кеүек мәҙәни һәм спорт сараларына ла бай булды. Байрамды Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле лә биҙәне. Ижади коллективтың концерт программаһы башҡорт көй-моңдары, бейеүҙәренән тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған айырым блогтан торҙо.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ