Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылды. Яңы объектты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында видеобәйләнеш аша Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ун ҡатлы хирургия корпусында йөрәк-ҡан тамырҙары менән бәйле сирҙәрҙе заманса ысул буйынса дауалау, пациенттарға сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн алдынғы технологик шарттар тыуҙырылған тип белдерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ил кимәлендәге ваҡиға.Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Өфөлә республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылды. Ил башлығы видеобәйләнеш аша республика халҡын тәбрикләп, объекттың әһәмиәтен билдәләне. Йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалау һәм операциялар яһау өсөн ҡаралған заманса объект төҙөлөшөнә республика бюджетынан 10 млрд һум аҡса бүленгән.
Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы 2019 йылда төҙөлә башлағайны. Яңы үҙәк сафҡа инеү менән кардиология үҙәге илдә иң ҙуры һанала. Бында сменаһына 320 пациентты ҡабул итергә мөмкин. Яңы хирургия корпусында 10 реанимация блогы, диагностика, кардиохирургия һәм административ бүлектәр эшләй.
Яңы корпуста йөрәккә гибрид операциялар ҙа эшләнә . Уның барышында табиптар ҡулында скальпель булған килеш рентген үткәреп башҡа ағзаларҙы ҡарай ала. Быға тиклем Рәсәйҙә был уникаль техника менән операциялар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Новосибирск ҡалаларында ғына яһала ине.
Башҡортостанда кардиология үҙәгендә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент стационар һәм 90 меңдән ашыу кеше консультатив ярҙам ала. Бер йыл эсендә йөрәк һәм ҡан тамырҙарына 17 меңгә яҡын операция һәм тикшереүҙәр башҡарыла. Яңы корпус асылыу медицина ярҙамы тағы ла юғары кимәлгә күтәрелер тип көтөлә.
Флорида Ким




