Йөрәк -ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеү осраҡтары илдә беренсе урында. Шуға ла был ваҡиға мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ, ти медицина эксперттары. Пациенттарҙың күптәре юғары технологиялы операцияларға мохтаж. Кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы ошондай мөмкинлектәр аса ла инде.
Заманса һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының барлыҡҡа килеүе медицина сифтаны яҡшырта һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ кимәлгә еткерә. Кардиология хеҙмәтенең яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы ойоштороуҙы күпкә яҡшыртасаҡ, ти политологтар.



