Республикала «Мәктәп 21» һанлы технологиялар проекты тормошҡа ашырыла башланы. Бөгөн Евразия фән-белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студенттар кампусында урынлашҡан Геном үҙәгендә айти белем усағын асыу тантанаһы үтте. Тарихи сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе Герман Греф ҡатнашты. «Мәктәп 21»- Рәсәй һаҡлыҡ банкының хәйриә проекты, айти белем усаҡтары илдең тиҫтәнән ашыу төбәгендә эшләп килә. Хәҙер был исемлектә Башҡортостан да бар. Яңы мәктәп асҡан мөмкинлектәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзәи Кәримова репортажы.
Фән, белем биреү, һанлы технологиялар өлкәһендә ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға. Халыҡ-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә яңы, заманса, айти мәктәп эш башлай. Белем усағы-Рәсәй һаҡлыҡ банкының хәйриә проекты, әлегә тиклем илдә 15 һанлы технлогиялар мәктәбе асылған. Башҡортостан мәктәбе фән-белем биреү үәгендә урынлашыуы һәм генетиканы берләштереүе менән әһәмиәтле.
Тәү ҡарамаҡҡа был йөҙҙәрсә компьютер ҡуйылған, үҙ ашханаһы, ял урындары булған ҙур бер майҙансыҡ. Ә ысынбарлыҡта һәр компьютер үҙе бер уҡыу йорто һымаҡ, улар яңы, ҡеүәтле программалар менән йыһазландырылған. Йәғни. белем алырға ла, программалар уйлап табырға ла мөмкин.
«Мәктәп21» проекты 18 йәше тулған һәм һайлау этабын үткән кандидаттарға ихтыяж менән файҙаланылған айти һөнәрҙе бушлай алыу мөмкинлеге бирә. Бында һанлы технологияларҙы яңы ғына үҙләштерә башлағандар ҙа, тәжрибәһе булғандар ҙа эләгә ала.
Киләсәктә бында 5 меңдән ашыу йәш кеше белем алыр тип көтөлә. Проект уларға киң мөмкинлектәр аса. Сөнки илдең башҡа төбәктәрендәге мәктәптәр традицион инженерия буйынса махсуслашһа, Башҡортостандағыһы өр-яңы йүнәлеште үҙләштерә.
Мәктәп Һаҡлыҡ банкының белем биреү платформаһында эшләй, ул ошо проект өсөн махсус рәүештә әҙерләнгән. Был айти программа методиканы тиҙ үҙләштереү мөмкинлеге бирә.
Башҡортттар борон-борондан нәҫелгә етди иғтибар биргән, хатта балаларҙы башлы-күҙле иткәндә лә ете быуынын тикшергән. Генетиканың сәләмәтлеккә лә, тышҡы ҡиәфәткә лә, холоҡ-фиғелгә лә йоғонтоһо хәҙер фәнни кимәлдә лә иҫбатланған, республика ғалимдары нәҫелдән килгән 20 ауырыуҙың үҫеше өсөн яуаплы гендарҙы асыҡлаған. Яңы геном үҙәге генетиканы тағы ла тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатын күҙ уңында тота ла инде. Өҫтәүенә бында генетика һанлы технологиялар менән берләштерелгән. Хәҙер үҙәктә «Мәктәп 21» һанлы технологиялар проекты ла тормошҡа ашырыла. Сөнки мәғлүмәттәрҙе эшкәртмәйенсә генетиканы үҫтереү мөмкин түгел.
Рәмзиә Кәримова




