«Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты» республика проекты илдә иң яҡшыһы тип танылды

«Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты» республика проекты илдә иң яҡшыһы тип танылды. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Вадим Ваньков фекеренсә, Башҡортостан медицинаға заманса технологиялар индереү буйынса алдынғылар исемлегендә. Практика бигерәк тә ауыл тораҡ пунктарында уңышлы алып барыла. Фельдшерҙың дистанцион рәүештә район үҙәк дауаханаһы табиптары менән телекоммуникация консультацияһын үткәреү һөҙөмтәле. Виртуаль һәм тауыш ярҙамсылары аша пациенттар теләгән белгескә яҙыла ала. Мәғлүмәт системаһына төбәктең ике йөҙҙән ашыу медицина учреждениеһы индерелгән. Был йәмғеһе дүрт миллиондан ашыу медицина картаһы тигән һүҙ.

Проектты үҫтереү өсөн халыҡ фекерен дә тыңлау мөһим. Сервисты яҡшыртыу эшен дә яйға һалырға кәрәк. Сөнки, етешһеҙлектәр юҡ түгел. Әлбиттә, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген дә иҫтә сығарырға ярамай. Телемедицина һәм дистацион хеҙмәттәргә лә табипттар етди ҡарарға тейеш.

Вадим Ваньков, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ