Балтас районында урындағы властар һәм халыҡ фажиғә кисергән ғаиләгә ярҙам ойошторған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иҫке Балтас ауылындағы ағас өйҙә сыҡҡан янғында 16, 9 һәм 3 йәшлек өс малай һәләк булған. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев социаль селтәрҙә зыян күргән ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында хәбәр итте. Фажиғәлә ғүмерҙәре өҙөлгән балаларҙың әсәһе һәм 12 йәшлек малай өйҙә булмаған. Күп балалы ғаилә башлығы махсус хәрби операцияла. Әле янғын сәбәбе асыҡлана. Бәхетһеҙ осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бер ҡатлы бүрәнә йортҡа электр һәм газ үткәрелгән, янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйылған.

Балалар шул тиклем ихлас ине. Улар һәр ваҡыт таҙа, тәрбиәле йөрөнө. Яҡшы уҡынылар. Бөтәһе менән дә уртаҡ тел таба торғайнылар. Беҙҙең өсөн оло ҡайғы. Ғаилә йорт яңы ғына һалып ингәйне.

Рәзилә Әминева, Иҫке Балтас 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директор

Инциденттан һуң районда ғәҙәттән тыш хәлдәр Һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышы үткән. Ауыл советы башлығы ата-әсәгә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм тейешле ярҙам күрһәтеләсәген вәғәҙәләне. Ғаиләгә аҡса йыйыу ойошторолған, әйберләтә лә ярҙам итергә була. Аҡса күсереү өсөн иҫәп: 4276 06007272 7681 Телефон: 8 927 32 63 879 Венера Даресхановна С.

Янғын сәбәбе электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш булыуы ихтимал. Тикшереү алып барыла. Суд-медицина экспертизаһы үткәрелә.

Булат Вәлиев, Юстиция кәңәшсеһе, Балтас районы прокуроры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ