Киләһе йыл Ишембай - Воскресенское - Мәләүез юлындағы участкала капиталь ремонт тамамланырға тейеш

Туризм үҫешенә этәргес. Контрактҡа ярашлы, киләһе йыл октябрҙә Ишембай - Воскресенское - Мәләүез юлындағы участкала капиталь ремонт тамамланырға тейеш. Билдәле булыуынса, төҙөкләндереү эштәре йылдам бара, шуға күрә объект күпкә алдараҡ файҙаланыуға тапшырылыуы ихтимал. Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн көтөп алынған асфальт юл тураһында киләһе материал.

Грейдер ярҙамында ҡырсынташ тигеҙләнә. «Ишембай - Воскресенское-Мәләүез» автомобиль юлы участкаһында асфальт һалыуға әҙерлек бара. Объектта төҙөкләндереү эштәре 2023 йылдың ноябрендә старт алғайны, әлегә 35-41-се cаҡрымда яҡынса дүрт саҡрым асфальт һалынһа, 41-45-cе саҡрымда ремонт 600 метр арауыҡта теүәлләнгән.

Тәүге участканы быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ, әммә беҙ август аҙағына барлыҡ эштәрҙе тамамларға йыйынабыҙ. Икенсе участка буйынса ла билдәләнгән графиктан алда барабыҙ. Быйыл был юлдың 90 процентын асфальтларға иҫәп тотабыҙ. Контрактҡа килгәндә, эш киләһе йыл көҙгә тиклем ҡаралған.

Вячеслав Годловский, участка етәксеһе

Асфальт һалыныу менән биләмәгә туризмды үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр асылса. Тап Ишембай һәм Мәләүез райондарында республика өсөн мөһим тарихи объекттар - элекке баҡыр иретеү заводтары урынлашҡан. Архитектура һәйкәлдәре эргәһендәге биләмәлә уңайлы ял өсөн заманса шарттар булдырылған. Шулай уҡ яңыртылған юл участкаһы Нөгөш һыуһаҡлағысына ла тура юл иҫәпләнә. Автоһәүәҫкәрҙәр үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән.

Асфальтты көтөп алдыҡ, сөнки Воскресенское ауылынан Кузнецовский утарына тиклем юлға ҡырсынташ ҡына түшәлгәйне. Бында автомобиль трафигы көслө, машиналар күп йөрөй, шуға күрә төҙөкләндереү эштәре көнүҙәк мәсьәлә булды. Юлдың сифаты яҡшы, подрядсы компания эште сифатлы башҡара.

Ленара Манапова, Сергей Кувайцев Воскресенское ауыл биләмәһе башлығы

Икенсе участкалағы капиталь ремонтҡа тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Юлсылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай, быға тиклем асфальт күрмәгән биләмә ниһайәт заман талаптарына ярашлы төҙөкләндерелә. Автоһәүәҫкәрҙәр уңайлығы өсөн бында юл һыҙҙаттары, билдәләр ҙә барлыҡҡа киләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ