Бөгөн Өфөлә аҙыҡ-түлек фестивале башлана. Сара “Өфө-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанда ойошторола. Унда 100-ҙән ашыу ресторан ҡатнаша. Байрам барышында ижади коллективтар сығыш яһай. Блогерҙар һәм ашнаҡсылар ярышы үтә. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Ойоштороусылар белдереүенсә, дискотека һәм флешмоб әҙерләнә. Фестиваль 15 июнгә тиклем дауам итә.




