Янғындар арта: йыл башынан 117 кешенең ғүмере өҙөлгән

Йыл башынан республикала 3 мең ярымдан ашыу янғын теркәлгән, уларҙа 117 кешенең, шул иҫәптән 12 баланың ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау һәм мейес менән йылытыу ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле. Республика Хөкүмәтендә үткән Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышында район-ҡалаларҙа иҫкәртеү сараларын көсәйтеү бурысы ҡуйылды.

Ултырышта йылға-күлдәрҙә ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәлә лә ҡаралды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июндән һыу инеү миҙгеле асылды. Әлегә махсус йыһазландырылған 157 пляж эшләй, йылғаларҙа һыу ярҙарына ҡайтыу менән тағы ла 30-ға яҡын ял урыны халыҡты ҡабул итәсәк. Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә саҡыра.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ