Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһында йәшәүселәр Тимерйән Рәжәповты хөрмәтләп иҫкә алды. Яҡташыбыҙ 10 йыл элек Донбасҡа тәүге гуманитар ярҙам менән килә. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ул аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе иң ҡыҙыу нөктәләргә алып бара. Тимерйән Рәжәп улы кешеләрҙең ғазаптарын, уларҙың мохтажлығын һәм өмөтһөҙлөгөн күрә, һәм был уның яуҙам итергә тәүәккәллеген нығыта.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы геройҙары тураһында иҫтәлек уның өсөн изге була. Ул яҡташтарыбыҙҙың киләсәк быуындар өсөн батырлыҡтары тураһындағы тарихты һаҡлап ҡалыуҙы үҙенең бурысы тип һанай. Уның тырышлығы менән башҡорт яугирҙарының исеме мәңгеләштерелә, иҫтәлекле саралар үткәрелә. Тимерйән Рәжәп улы күптәрҙең тормошонда сағыу эҙ ҡалдырҙы, һәм урындағы халыҡ башҡорт яугирының исеме мәңгегә Донбасс тарихына яҙылыр тигән өмөттә.



