Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры итеп Александр Воронежский тәғәйенләнде

Владимир Путин указы менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры итеп Александр Воронежский тәғәйенләнде. Рәсәй эшке эстәр министры Владимир Колокольцев шәхси составты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Полиция генерал-майоры Александр Воронежский алдында етди маҡсаттар ҡуйылды. Интернетта мутлашыусыларҙы асыҡлау, коррупция менән көрәш, үҫмерҙәр араһында енәйәт эштәрен иҫкәртеү, йәмғиәттә тәртип һаҡлау һәм башҡа мөһим бурыстар тора.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ