Башҡортостандың Милли музейында Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған күргәҙмә асылды. Идеянан алып герой образын бөйөк монументта һынландырыуға тиклем - экспозицияла скульптор, Төньяҡ Осетия һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиевтың ижади эҙләнеүҙәре тураһында мәғлүмәт килтерелә. Шулай уҡ проект партнеры - Милли архивтан төҙөлөш тарихына бәйле документтар ҙа халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә килеүселәр уҙған быуатта скульптура һүрәте менән етештерелгән сувенир продукцияһы, фотоһүрәттәр менән дә таныша ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 30 июндән скульптура реставрацияһына әҙерлек башлана. Тергеҙеү эштәре Өфө биләмәһендәге оҫтаханала яҡынса ике йыл дауам итәсәк




