«Мораҙым» һауыҡтырыу үҙәгендә йәйге ялға балаларҙың беренсе сменаһы ҡабул ителде

«Мораҙым» һауыҡтырыу үҙәгендә йәйге ялға балаларҙың беренсе сменаһы ҡабул ителде. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан биләмәлә файҙалы һәм күңелле ял ваҡытын үткәрергә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 80 малай-ҡыҙ йыйылды. “Мораҙым” лагерына Күгәрсен районынан ғына түгел, республика район-ҡалаларынан, хатта башҡа төбәктәрҙән юллама алыусылар бар. Йәш төркөмөнә ҡарап, дүрт отряд ойошторола - 6 йәштән алып 15 йәшкәсә балалар ял итә. Хәл белергә килергә теләгән ата-әсәләр менән осрашыу өсөн махсус урын һәм ваҡыт билдәләнгән. Һауыҡтырыу үҙәгендә балаларҙың ялы бай мәҙәни программа менән ойошторола. Спорт, ижади эшмәкәрлек, ҡыҙыҡлы уйындар ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ