Башҡортостанда еләк миҙгеле асылды

Башҡортостанда еләк миҙгеле асылды. Уҙған йылдарҙан айырмалы емеш аҙна-ун көнгә иртәрәк өлгөргән. Шишмә районындағы питомник та мул уңыш менән һөйөндөрә. 32 гектар майҙанда үҫкән еләкте теләгән һәр кем килеп йыя ала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Был ауыл баҙары түгел, ә питомник үҙәге. Емеш-еләк яратыусылар уны күпме теләй - шунса тиреп ала. Кәрәк икән ҡышҡылыҡҡа, йә һатыуға ла килеп йыйырға мөмкин. Гөлназ Романова мәҫәлән, сауҙа итә.

Шишмә ауылында йәшәүселәр генә түгел, республика район-ҡалаларынан да халыҡ күпләп килә.

Шишмә районы халҡы һәм ҡунаҡтары емештең мул булыуына һөйөнә. Ә былтыр йылдың ҡойма ямғырлы булыуына бәйле, уңыштың 80 проценты юғалған.

Шишмә районы питомнигында бөгөн 18 төр еләк үҫтерелә. Улар араһында Рәсәйҙә сығарылғаны ла, сит илдән индерелгән үҫентеләр ҙә бар. Ҡулаҡсаға әйләндереү тик республика буйынса ғына ойошторола, ситкә оҙатылмай. Күмәртәләп һатып алыусылар килешеү нигеҙендә Шишмә питомнигы исеменән кибет кәштәләренә сығара.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ