Владимир Путин Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән тәбрикләне

Бөгөн ил өсөн иң мөһим дәүләт байрамы - Рәсәй көнө билдәләнә. Тап 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияһы ҡабул ителә. Шулай уҡ республика халҡы Салауат Юлаевтың 271 йыллығын да ҡаршылай, Өфөлә ҡала көнө үтә. Байрамдарҙы билдәләү буйынса бай программа төҙөлгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән тәбрикләне. Ил башлығы төбәк етәксеһе исеменә ҡотлау хаты ебәргән. Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым. Беҙ үҙ Ватаныбыҙҙың бөйөк тарихы менән ғорурланабыҙ. Ата-бабалар васыяты, тыуған илгә һөйөү, уның киләсәге өсөн яуаплылыҡ беҙҙе илһамландыра, һынауҙарҙы бергә үтергә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итә. Һеҙгә уңыштар һәм иң изге теләктәр еткерәм, тиелгән ҡотлау хатында.

Волна
Акции БСТ