Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам тантаналары үтте. Саралар Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды, монументтың бейеклеге 6 метр. Уның авторы скульптор, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Андрей Ковальчук. Рәсми делегация артабан милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә лә сәскә һалды. Ул Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы статуя. Киләһе дүшәмбе бында реконструкция эштәре башлана. Һәйкәлде төҙөкләндереү өсөн тотош биләмәне ябыу ҡаралған. Ремонт эштәре яҡынса ике йылға иҫәпләнгән. Радий Хәбирв әйтеүенсә, майҙанда ауыр техника эшләйәсәк, йәмәғәт биләмәһе тулыһынса яңы һулыш алыр тип көтөлә.
Радий Хәбиров рәйеслегендәге делегация «Дуҫлыҡ монументы»на ла сәскә һалды. «Дуҫлыҡ Монументы» баш ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың йөҙөн билдәләүсе тарихи объекттарҙың береһе. Уға нигеҙ 1957 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы һалына. Мемориал күптән республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының татыулыҡ, дуҫлыҡ символына әүерелгән. Ағиҙел буйында 3 йыл элек «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы асылғайны. Был мөһабәт монумент халҡыбыҙҙың Еңеүгә индергән өлөшөн мәңгеләштерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә двигателдәр йыйылған, самолеттар һәм танктар өсөн яғыулыҡ, мотор майы, элемтә өсөн аппаратура етештерелгән. Һуғыш осоронда башҡалаға 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһы эвакуацияланған, госпиталдәрҙә яралы һалдаттар дауаланған.




