Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышты.
Белоруссия менән тығыҙ иҡтисади хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Шулай уҡ туризм һәм мәҙәни өлкәлә лә бәйләнештәр яҡшы. Ҙур бизнес һәм предприятиелар Минск һәм башҡа ҡалаларҙа ла эшмәкәрлек алып барыу менән ҡыҙыҡһына. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән был ниәттәр тормошҡа ашырына ышанам, тине Радий Хәбиров осрашыуҙа.
Владимир Кухарев билдәләүенсә, Өфө йылдам үҫешкән ҡала. Ойошторолған бизнес форум ике республика араһындағы хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен билдәләү мөмкинлеге бирҙе. Башҡортостан эшҡыуарҙары һәр яҡлап та ярҙам итергә әҙербеҙ , тине Белоруссия вәкиле. Осрашыуҙа Минск менән Өфө араһындағы авиабәйләнеште камиллаштырыу, тауар әйләнешен төрләндереү, ҡала мөхитен булдырыу программаһы буйынса тәжрибә уртаҡлашыу тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ Минскта Өфө көндәрен уҙғарырға килешелде.



