Ғафури районында рәсми рәүештә «Алтын ҡаҙаҡтар» асылды

Донъя кимәлендәге тарихи ваҡиға. Ғафури районында рәсми рәүештә «Алтын ҡаҙаҡтар» асылды. Һүҙ халыҡ-ара эталон булған Көгөш һәм Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелештәре тураһында бара, уларҙың барлыҡҡа килеүе яҡынса 300 миллион йыл менән иҫәпләнә һәм палеозой эраһына барып тоташа. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Ҡытайҙан, Мысырҙан, Ирандан, Ҡаҙағстандан һәм Рәсәй төбәктәренән килгән күренекле ғалимдар ҡатнашты. Илдең тәүге «алтын ҡаҙаҡ»тары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ташҡа ҡағылған алтын ҡаҙаҡ ябай ғына арт-объект түгел, ул ғалимдарҙың йылдар дауамындағы фәнни эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе. Ғафури районындағы ошо ҡая буйынса Ер тарихын яҙырға мөмкин, һәр ҡатлам тотош бер эраны сағылдыра. Татарстан ғалимдары Гүзәл Һәм Рафаэль Сөнғәтуллиндар, Усолка, ерле халыҡ телендә Көгөш тау киҫелешен 13 йыл буйы өйрәнә.

Ғафури ерлегендә Көгөштән тыш Алыҫ Төлкәҫ тау киҫелеше лә бар. Ул да «алтын» ҡаҙаҡ статусына эйә булды. Ғалимдар әйтеүенсә, ҡатламдарҙағы һәр таш-хазина. Бында вулканик туф ҡатламдары бар, уларҙағы циркон минералы ярҙамында уран менән аҡ ҡурғаш нисбәтен өйрәнергә һәм ятҡылыҡтарҙың йәшен теүәл билдәләргә була.

Ер йөҙөндә быуаттар тарихын сағылдырған тау ҡатламдары байтаҡ. Әммә Ғафури районындағы Көгөш һәм Алыҫ Төлкәҫ гелогик киҫелештәре составы буйынса иң байы һәм халыҡ-ара эталон тип иҫәпләнә.

«Алтын ҡаҙаҡ» статусын алыу еңел түгел. Ул тау тоҡомдарының составын ентекле өйрәнеү нигеҙендә, ташҡа әүерелгән ҡаҙылма фауна булған осраҡта ғына бирелә. Ә Усолка, йәғни Көгөш һәм Төлкәҫ киҫелештәренең ҡатламдарында 280-300 миллион йыл элек, палеозой эраһында йәшәгән тереклек ҡалдығы табылған. Бында хатта диңгеҙ ҡорттарының ташҡа әйләнгән тештәре уйылып ҡалған. Ошоға оҡшаш ер ҡатламдары Ҡытай, Америка, Канада ла бар, әммә беҙҙәгеһе иң уникаль тип һанала. Һәм Рәсәйҙә алтын ҡаҙаҡтар тик икәү генә, Башҡортостанда, Ғафури ерлегендә.

Киләсәктә «Алтын ҡаҙаҡ» киҫелештәре ғалимдарҙың бөйөк асыштарына нигеҙ һалыр һәм туризмды үҫтереүгә этәргес яһар тип көтөлә. Сөнки был тәбиғәт ҡомартҡылары ысын мәғәнәһендә уникаль күренеш.

Красноусол шифаханаһында ойошторолған конференцияла ла һүҙ халыҡ-ара геологик мираҫ объекттарын һаҡлау тураһында барҙы. Донъяның төрлө төбәктренән килгән абруйлы ғалимдар эш тәжрибәһе, пландары менән уртаҡлашты. Улар фекеренсә, Башҡортостанда тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнеүгә етди иғтибар бирелә. «Алтын ҡаҙаҡ, статусы алыу ғалимдарҙың һәм республика етәкселегенең берлектәге эшмәкәрлеге, оло ҡаҙаныш. Тау киҫелештәре Красноусол шифаханаһына яҡын ғына, «Торатау» геопаркы биләмәһендә урынлашҡан. Был статус уға «Юнеско» ның глобаль геопарктары исемлегенә инергә ярҙам итер тип көтөлә.

Башҡортостан «алтын ҡаҙаҡ»тары Рәсәйҙә иң тәүгеләре. Был Урал тауҙарының боронғолоғо, ошо ерлекттең бай тарихы тураһында һөйләй. Йәғни, хәҙер илдең хисап нөктәһе тап беҙҙең республикала башлана, ерҙең кендеге ошонда тип әйтергә була. Ә Башҡортостанда донъялыҡ тарихын һаҡлаған тәбиғәт ҡомартҡылары Ғафурила ғына түгел, Салауат районының Мәсетле гелогик киҫелеше лә «алтын ҡаҙаҡ» статусына дәғүә итә.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ