Радий Хәбиров һәм Александр Алимов Ғафуриҙа ЮНЕСКО башланғыстарын тикшерҙе

Ғафури районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сит ил эштәре министрлығының күп яҡлы гуманитар хеҙмәттәшлек һәм мәҙәни бәйләнештәр буйынса департаменты директоры, Юнеско эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Александр Алимов менән осрашты.

Башҡортостан - Юнеско проекттарында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Яңы башланғыстар араһында - «Торатау»ҙы Юнесконың глобаль геопарктар селтәренә индереү тора. Бынан тыш, башҡорт шихандарын, Воскресенское баҡыр иретеү заводын Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә документтар әҙерләнә. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡая һүрәттәре буйынса ҡарарҙы ҙур өмөт менән көтәбеҙ, тине Радий Хәбиров. Александр Алимов Башҡортостанды Юнесконың иң уңышлы партнеры тип билдәләне. Ә Шүлгәнташ мәмерйәһенә килгәндә, ғариза июлдә Парижда ҡарала. Эксперттарҙың һығымтаһы уңышҡа өмөтләнергә нигеҙ бирә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ