Башҡортостанда төрлө формала 1 мең 700 балалар лагеры эшләй

Ял урындарының артыуы модулле корпустар төҙөлөшө үҫешенә бәйле. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә яҙып сыҡты. Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән балалар лагерҙарын яңыртыу, ремонтлау, тиҙ йыйылмалы корпустар урынлаштырыу мөмкинлеге биргән федераль программала ҡатнаша. Был проекттарға ярашлы, Ҡыйғы районында «Маяҡ» лагерын яңы миҙгелгә әҙерләнек. Аҙыҡ-түлек блогы төҙөкләндерелде, 47 урынға иҫәпләнгән заманса корпус төҙөлдө. Ошондай уҡ модулле корпустар Баймаҡ районының «Орленок» лагерында ла йыйыла. Эште июндә тамамларға иҫәп тоталар. Тиҙ ҡоролмалы биналарҙың уңайлығын «Патриот» паркына йыйындарға килеүсе балалар баһалап та өлгөрҙө. балалар сәләмәтлеген яҡшыртһын, спорт менән шөғөлләнһен, яңы һөнәрҙәр үҙләштерһен өсөг беҙҙең белгестәр барыһын да эшләй, тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ