Иглин ауылының 7-се мәктәбендә быйыл тәүге тапҡыр «Йондоҙҡай» көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры эшләй башланы. «Беренселәр» сменаһы үҙенә 130 әүҙем һәм күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларҙы йыйҙы. Балаларҙың ялы файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн бар шарттар ҙа булдырылған: төрлө түңәрәктәр, уйындар, спорт һәм мәҙәни саралар, көнөнә ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Лагерь ял итеү өсөн генә түгел, балаларға патриотик тәрбиә биреү һәм һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар өсөн көн һайын «Беҙ - буласаҡ Ватан һаҡсылары», «Патриоттар», «Актерлыҡ оҫталығы» кеүек йөкмәткеле һәм фәһемле саралар үткәрелә.
Лагерҙа балалар смена ваҡытындағы һәр байрамды билдәләй. Рәсәй көнө алдынан улар тәҙрәләрҙе биҙәп, Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡан. «Урал батыр» эпосы көнөндә шиғриәт бәйгеһе уҙған. Уҡыусылар башҡорт биҙәүестре һәм төп герой - Уралды һүрәтләгән ҡул эштәре күргәҙмәһендә ҡатнашҡан.



