МХО-ла мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды

Махсус хәрби операцияла мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы Михаил Нестеров исемендәге скверҙа үтте. Көс туплап, ялын туғандары менән үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡларға әҙер. Яугирҙарҙың төп өлөшө ял ваҡытында йорт, төҙөлөш, баҡса эштәре менән булған, республика буйынса сәйәхәт итеп өлгөргән. Оҙатыусылар араһында әле алғы һыҙыҡта булған яугирҙарҙың туғандары ла булды. Улар ир-егеттәргә махсус хәрби биләмәгә күстәнәс, хаттар ҙа биреп ебәрҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ