Федераль проект сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 35 учреждениены тәртипкә килтереү күҙаллана. Өфөлә Дмитрий Сергеев исемендәге 4-се мәктәптә лә күләмле төҙөлөш эштәре ойошторолған. 25 йыл элек сафҡа индерелгән уҡыу йортонда бер тапҡыр ҙа төҙөкләндерелмәгән. Мәктәптәрҙә капиталь ремонт үткәреү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында. Шул уҡ ваҡытта 2025-2026 йылдарға ғариза биреү тамамланған. Федераль проект буйынса алдағы ике йылда төҙөкләндереләсәк мәктәптәр исемлеге раҫланған. Уға ярашлы республиканан тағы ла 25 мәктәптә капиталь ремонт үткәреү күҙаллана.



