Өфө үҙенең тыуған көнөндә Бөтә донъя кәсепселәр ҡалаһы статусына лайыҡ булды. Был туралағы сертификатты гастрономия фестивалендә Халыҡ-ара кәсепселәр советы президенты Саад аль Каддуми тапшырҙы. Сарала Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
«Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙан ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ гөрләп тора. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған фестиваль баш ҡаланың брендына һәм халыҡтың көтөп алған сараһына әүерелгән. 2023 йылда ул ваҡиғалар туризмы номинацияһында халыҡ-ара премияға ла лайыҡ булған. Программаһы йылдан-йыл байый, киңәйә. Был юлы майҙанда 100-ҙән ашыу ресторан һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы үҙ экспозицияларын тәҡдим итте. Бында һый- ниғмәттең төрлөһө бар: традицион рус һәм башҡорт аш-һыуы, Рәсәй халыҡтарының милли ризыҡтары. Экзотика һәм диңгеҙ продукттарын яратыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Гастрофестивалдә донъя аш - һыуына ла айырым иғтибар бирелә. Майҙанда шулай уҡ оҫталарҙың ҡул эштәрен дә күрергә мөмкин. Республиканың төрлө тәбәктәренән килгән кәсепселәр ағастан, балсыҡтан, кейеҙҙән һә башҡа материалдарҙан береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк ҡул эштәре тәҡдим итә. Мишкә районынан Ғәлимовтар ағастан эшләнгән ижад емештәре алып килгән.



