Шаранда һабантуй гөрләне: хеҙмәт, спорт, мәҙәниәт байрамы

Республика райондарында һабантуйҙар дауам итә. Был аҙнала ул 20-гә яҡын муниципаль берәмектә үтте. Шаран районында уҙған хеҙмәт байрамы ла милли уйындарға, спорт ярыштарына, йыр-моңға бай булды. Шаран һабантуйының сағыу мәлдәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һабантуй майҙаны иртә таңдан гөрләп тора, байрам башланып та өлгөрмәгән һатыу нөктәләрендә ҡыҙыу сауҙа бара, ә тирмәләр янында хужалар ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Шаран районының һәр ауыл биләмәһе үҙ тирмәһен ҡуйған. Улар ошо төбәктә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарынынң милли-мәҙәни йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен сағылдыра.

Һабантуйҙың төп хужалары көндө төнгә ялғап эшләгән ялан батырҙары. Шаранда 6 ҙур һәм 62 крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Быйыл 48 мең гектарға иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән. Шаран хужалыҡтары еләк үҫтереү буйынса ла алдынығылыҡты бирмәй. Төбәктә ауылы хужалығы техникаһын яңыртыуға ла ныҡлы иғтибар бирелә.

Һабантуй тәү сиратта игенселәрҙең байрамы тип һаналһа ла, ул ергә береккән һәр хеҙмәт кешеһен данлау, хөрмәт күрһәтеү сараһы. Байрамда Шаран районының социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары билдәләнде, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Төбәктең ижади коллективтары ер хужаларын бай мәҙәни программа менән тәбрикәлне.

Һабантуйҙа йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү темаһына, махсус хәрби операция ҡаһармандарына ла айырым урын бирелә. Шарандар гуманитар ылау әҙерләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Иң ҙур теләк - илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, ти шарандар.

Һабантуй майҙанында да окоп шәмдәре әҙерләү, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Ә йәштәр Калашников автоматын ваҡытҡа һүтеп йыйыу буйынса ярыша.

Шаран һабантуйы спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла бай булды. Батырҙар келәмдә бил һынашты, ә майҙанда ат сабышы үтте. Юртаҡтар бер һәм ике километрға ярышты.

Һабантуй хеҙмәт кешеһен данлаған, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған хеҙмәт, күңел байрамы, халыҡ көтөп алған сара. Шуға күрә лә ул юғары рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф менән, шаулап-гөрләп үтә.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ