Бүздәк районында ауыл хужалығы колледжында капиталь ремонт 2027 йылда башланасаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҡыу йорто коллективы менән осрашыуҙа хәбәр итте. Төбәк етәксеһе Бүздәк районына эш сәфәрендә техник киндер етештереү заводы һәм Бүздәк консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты . Радий Хәбиров һабантуй майҙанында аграрийҙарҙы тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы . Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .
Бүздәк районына эш сәфәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урындағы халыҡты көтеп алынған һабантуй байрамы менән тәбрикләне. Был нәҡ районда йәшәүселәрҙе ҡунаҡтарҙы һәм тыуған яғын һағынып ҡайтыусыларҙы берләштергән байрам. Сәсеү миҙгеле тамамланыуҙы данлаған сара йылдағыса иң матур йолаларҙы үҙ эсенә алды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҡшы күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район аграрийҙары быйыл 65 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен тамамлаған .
Көрәш, волейбол, футбол, гер күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, йүгереү кеүек ярыштар һабантуйҙы биҙәп, ҡатнашыусыларға рухи көс, дәрт өҫтәне. Спорт , уйындары майҙаны ла һәр ваҡыттағыса тамашасыларҙы күпләп йыйҙы.
Эш сәфәрендә Радий Хәбиров «Авилат» ауыл хужалығы комплексында техник киндер эшкәртеү проекты менән дә танышты. Былтыр асылған заводта йылына 3 мең тонна продукция етештерелә. Техник киндер май, төҙөлөш материалдары , туҡымалар етештереүҙә файҙаланыла .Өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн 550 млн һум аҡса бүленгән .
Киләһе йылға Рәсәйҙә билдәле Бүздәк консерва комбинатының производство майҙанын киңәйтеү күҙаллана . Заводта етештерелгән продукция күләме йыл һайын арта , шуға ла йәшелсәләрҙе һәм әҙер тауарҙарҙы һаҡлау майҙандарын арттырыу талап ителә. 1 млрд 800 млн һумға иҫәпләнгән инвестиция проектына ярашлы бында киләһе йылға яңы цех төҙөлә башлаясаҡ .
Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бүздәк ауыл хужалығы колледжында уҡыу шарттарын ҡарап, иҫке бинала капиталь ремонт һорауҙарына туҡталды. 65 йыллыҡ юбилейын билдәләгән уҡыу йортонда капиталь ремонт 2027 йылда башланыр тип көтөлә.
Ҡаран ауылында урынлашҡан колледжда ашнаҡсы , ветеринар , тракторсы , ер хужалығы белгесе , агроном , ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау кеүек республика өсөн кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыталар, шуға ла ла студенттар өсөн шарттар тыуҙырыу көнүҙәк маҡсат.
Флорида Ким




