Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә. Шулай уҡ дүрт университеттың «Өҫтөнлөк - 2030» федераль проектына инеүе лә - республикаға миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бирҙе. Төбәктә юғары белем алыу өсөн мөмкинлектәр киң, хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған һөнәр үҙләштерергә була. Киләһе аҙнала 20 июндән республика юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы башлана. Абитуриенттар алдындағы яуаплы осор тураһында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әңгәмәһе.



