Башҡортостанда юл хәрәкәтен күҙәтеү камералары артыр тип көтөлә

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла юл хәрәкәтен күҙәтеү камералары артыр тип көтөлә. Яңы ҡорамалдар ярамаған ерҙә автомобиль ҡалдырыу, урамда сүп-сар ташлау һәм хатта рөхсәтһеҙ сауҙа итеү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ла теркәйәсәк. Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, былтыр камераларға заказдар ике ярым тапҡырға артҡан. Контракттарҙың дөйөм хаҡы 1 миллиард ярым һумға еткән. Тиҙҙән страховка барлығын тикшереүсе камералар ҙа һынау үтеп ҡулланышҡа индереләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ