Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк, тип исемләнгән акция һөҙөмтәләрен иғлан итте. Мең ярым пациентта социаль әһәмиәтле ауырыу табылһа, тағы шул сама кешелә юғары ҡан баҫымына бәйле сирҙәр барлығы билдәләнгән. 70 кешегә яман шеш диагнозы ҡуйылған. Ике йөҙгә яҡын пациентта шәкәр диабеты асыҡланған. Барлыҡ граждандар ҙа ентекле тикшереү үтергә йүнәлтелгән. «Сәләмәтлек поезы» проекты буйынса республика табиптары 63 мең кешене ҡабул иткән.



