Башҡортостан геройҙары. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡорт кооператив техникумы студенттары ҡатнашлығында уҙған илһөйәрлек сәғәте шулай тип аталды. Сара барышында егет-ҡыҙҙарға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында документаль фильм күрһәтелде. Картинала буласаҡ геройҙың бала сағы, уның Өфөгә тимер юл техникумына уҡырға килеп, көтмәгәндә осоусы һөнәренә ғашиҡ булыуы, шулай уҡ данлы яу юлдары тураһында бәйән ителә. Студенттар алдында шулай уҡ отставкалағы подполковник, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби уҡыу үҙәге өлкән уҡытыусыһы Әнүәр Сәфиуллин да сығыш яһаны. Ул заманында тәүҙә Ставрополь юғары хәрби авиация училищеһын тамамлап, хәрби летчик булыу хыялын тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта Әнүәр Өлфәт улы үҙенең тормош тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлаша. Тәжрибәле осоусы, йәштәрҙе илебеҙҙең данлыҡлы геройҙары миҫалында тәрбиәләү маҡсатҡа ярашлы тигән фекерҙә.
Бындай осрашыуҙар һәм фильмдар йәштәрҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй. Муса Гәрәевтың батырлығы тураһында фильмды ҡараған егет-ҡыҙҙар киләсәктә уға оҡшарға тырышыр һәм илебеҙҙең данлы традицияларын дауам итер, тип ышанам.



