Салауат районында шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 271 йыллығы билдәләнде

Салауат районында шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 271 йыллығы билдәләнде. Милли батырҙың тыуған көнө республика фольклор байрамы булараҡ ойошторолдо. Шулай уҡ мәҙәни сара уңайынан Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе сигендә һәйкәл дә асылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡыр-Көҙәй һәм Шайтан-Көҙәй ерендә тарихи ваҡиға. Башҡортостан ғорурлығы, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев тыуған төйәгендә һәйкәл булып мәңгеләштерелде. Сосланбәк Тавасиевтың Өфөләге ҙур постаментынан алынған күсермә яҡташтар көсө менән тормошҡа ашырылған.

Салауат рухы театрлаштырылған тамаша аша һәр кемдең күңеленә барып етте. Тыуған илен, ерен һаҡлау уҙған быуаттарҙан бөгөнгөгә тиклемге ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырҙы. Бөйөк Ватан һуғышында тылда күрһәткәндәр ҡаһарман яҡташтар иҫкә алынды. Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың әсәһен мәҫәлән, төбәк халҡы заманында «комбайн» тип йөрөткән.

Махсус хәрби операция яугирҙарына ҡарата ҡәҙер- хөрмәт күрһәтелде. Айырыуса, ул тирмәләр конкурсында сағылыш тапты. Театрлаштырылған тамаша аша халыҡ төбәк йолаларын күрһәтте .

Рәткә теҙелеп киткән, төрлө яҡлап биҙәлгән тирмәләр байрам биҙәгенә әүерелде. Конкурс барышында уларҙың ихата биҙәлешенән ҡаралтыһына тиклем баһаланды. Уның һөҙөмтәһендә Ишембай ауыл биләмәһе еңеүсе тип билдәләнде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ