Танылған спортсы, боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы Николай Красников юл фажиғәһендә һәләк булды. Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Мәрхүм менән хушлашыу сараһы иртәгә сәғәт өстә Николай Гастелло исемендәге спорт мәктәбендә була.




