Социаль яҡтан яҡланмаған ғаиләләргә аҡыллы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бирелә

GSM-модулле прибор республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тапшырыла. Һынау рәүешендә уҙғарылған проектта Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ҡариҙел, Мишкә һәм Өфө райондары ҡатнаша. Аҡыллы мини-сиреналар бер үк ваҡытта 4 адресҡа сигнал оҙата. Улар – опека органы, туғандары, ашығыс хеҙмәттәр һәм ауыл советы. Быға тиклем ошондай ҡоролма махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләһенә һәм инвалидтарға бирелде. Хәҙер иғтибар талап ителгән балалы ғаиләләр ҙә уны алыусылар исемлегенә индерелде.

Фото №1 - Социаль яҡтан яҡланмаған ғаиләләргә аҡыллы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ