Радий Хәбиров Николай Красниковтың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Николай Красниковтың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Легендар мотоуҙышсы бөгөн төндә юл-транспорт ваҡиғаһында вафат булды.

Авария Кушнаренко районында теркәлгән. Николай Красников китеп барған «Лада Гранта» автомобиле ҡаршыға килгән «Газель» һәм «Ситрак» йөк автомобилдәре менән бәрелешә. Спортсының ғүмерен һаҡлап ҡалып өлгөрмәйҙәр. Уның ғүмере табиптар килгәнсә өҙөлә.

Николай Красников Шадринск ҡалаһында тыуған ,ләкин үҙенең төп титулдарын тап Башҡортостанда яулай. Легендар башҡорт мотоуҙышсыһы, алты тапҡыр донъя чемпионы Ғадрахман Ҡадыровтың рекордын да тап ул уҙа. Спортсы карьераһын тамамлағас та Красников Өфөлә ҡала һәм мотоспортты үҫтереүгә күп көс һала. Гастелло стадионының төҙөкләндерелеп яңы төҫ алыуында ла уның өлөшө ҙур. Николай Олегович менән хушлашыу ҙа иртәгә сәғәт көндөҙгө өстә ошо стадионда үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ