Мәккәлә хаж ҡылыусыларҙың бер төркөмө Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тарафынан ойошторолған сәфәрҙә хәрби бәрелештәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарының ғаилә ағзалары ҡатнашҡайны. Изге ғәмәлде Башҡортостандан 30 кеше үтәне. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә йәшәгән 10 милләттәшебеҙ ҙә имтихан һөҙөмтәләре буйынса уҡыуҙарҙы уңышлы үтеп, хаж ҡылды.

Яҡын Көнсығыштағы ҡатмарлы геосәйәси хәлгә бәйле хаж ҡылыусыларҙың икенсе төркөмө ваҡытында сәфәрҙән ҡайта алманы. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, әле яҡташтарыбыҙ Шарджа ҡалаһындағы ҡунаҡханаға урынлаштырылған. Мөмкинлек килеп сығыу менән, улар Башҡортостанға ҡайта.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ