Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бәйле уның һәйкәленә сәскә һалынды. Тантанала мәҙәниәт министрлығы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтай ағзалары, депутаттар һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашты. Салауат Юлаев һәйкәле халыҡты берләштергән ғәҙеллек символы булып тора. Шулай ҙа баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Бөгөн һәйкәлдең генә түгел, эргәләге майҙанда ла реставрация эштәре башлана.




