Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» Халыҡ-ара форумы үтә

Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» Халыҡ-ара форумы үтә. Унда Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән медицина өлкәһе белгестәре ҡатанаша, улар көнүҙәк тема буйынса вуз-ара студенттар кампусында фекер алыша,тәжрибә уртаҡлаша. Осрашыуҙа яман шеш менән көрәштә иң яҡшы клиник практикалар, фундаменталь һәм өҫтөнлөклө ҡулланма тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ҡаралды. Программа буйынса табиптар һәм аспиранттар өсөн тренингтар, хирургия оҫталығы конкурсы уҙғарыу ҙа ҡаралған, конференциялар ойошторола.

Күләмле форум ойоштороп, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешен, медицина университеты мөмкинлектәрен күрһәтәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Сара шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге тикшеренеүҙәр ойоштороуға ла йүнәлтелгән.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, профессор
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ