Ишембайҙа «Ижади экспресс» проекты старт алды

Ишембай районында балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән «Ижади экспресс» проекты старт алды. Тәүге күләмле сара Петровское ауылы мәҙәниәт йортонда үтте.

Мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре алдында табиптар сығыш яһап, шәхси гигиена ҡағиҙәләре һәм таплан ҡаҙалған осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген аңлатты. Шулай уҡ юл инспекторҙары ла бәлиғ булмағандар менән профилактик эш алып барҙы. Проект буйынса урындағы үҙешмәкәр артистар Бөйөк Ватан һуғышына арналған спектаклдән өҙөк тә күрһәтте.

«Ижади экспресс» проектына ярашлы, мәҙәниәт йорто эргәһендә балалар һабантуйы ла ойошторолдо. Малай-ҡыҙҙар спорт ярыштарында һәм милли уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ