Башҡортостан предприятиелары импортты алыштырыуға 118 миллион һум йәлеп итте

Производствоны үҫтереүгә һәйбәт инвестициялар. Республиканың 4 предприятиеһы Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы конкурсы һөҙөмтәләре буйынса импортты алыштырыуға 118 миллион һум аҡса йәлеп иткән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.

Улар станоктар төҙөү сәнәғәт кластерына ингән «ЕСМ» һәм «Асгард» компаниялары менән нефть химияһы кластерына ҡараған «ЮралМинералс» менән «Эластпром» предприятелары. Радий Хәбиров шулай уҡ кластерҙарға ингән предприятиеларҙың өҫтәмө дәүләт ярҙамына дәғүә итә алыуын да билдәләгән. Субсидиялар, страховка иғәнәләрен кәметеү, льготалы кредитлау һәм башҡалар. Әйткәндәй, Рәсәйҙә эшләп килгән кластерҙарҙың 4-тән бер өлөшө беҙҙең республикаға тура килә, йәғни 100 предприятиеның 25-е тип белдергән төбәк етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ