Өфөнөң Сипайлов биҫтәһендә урынлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар кейеме магазины алдындағы көршәктәге сәскәләр өсөнсө тапҡыр юҡҡа сыға. Сәскәләрҙе тамыры менән өлкөн йәштәге ханым урлай. Уны видеокүҙәтеү камералары ла ҡурҡытмай. Кибет хужабикәһе ҡулсыр әбейҙе туҡтатыр өсөн видеоны социаль селтәрҙәргә ҡуйырға мәжбүр булған. Әлегә ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәгән.



