Республикала яугирҙарға ярҙам итеү үҙәктәре арта

Йыл аҙағына тиклем Октябрьский, Межгорье, Салауат, Благовещен, Ишембай һәм Туймазыла ошондай үҙәктәр асыу ҡарала. Әле улар Ағиҙел һәм Күмертау ҡалаларында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө һәм Баҡалы райондарында эшләй. Республикала яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары киңәйтелде. Хәҙер хәрбиҙәр теш протездары менән тәьмин ителә, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәте күрһәтеүгә сертификат ала. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы сайтында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Республикала яугирҙарға ярҙам итеү үҙәктәре арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ