Дастанға нигеҙләнгән пьесаның авторҙары Зөһрә Бураҡаева һәм Илсур Ҡаҙакбаев. Спектакль фэнтези жанрында була. Ул башҡорт халыҡ легендалары һәм мифологияһына яңы ҡараш уята. Ижадсылар тамашасыны Урал батырҙың бүләсәре - Һәүбән һәм тылсымлы ат Аҡбуҙат тарихы менән таныштыра. Сәхнә әҫәре мәңгелек тема - яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ көрәшен һүрәтләй. Спектаклдең премьераһы иртәгә тәҡдим ителә. Ул 12 йәштән өлкән тамашасыға тәғәйенләнә.





