Башҡортостан предприятиелары 118 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп иткән

Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерә. “Һүҙ станоктар төҙөү һәм нефть химияһы сәнәғәте кластерҙарына ҡараған 4 компания тураһында бара. Импортты алмаштырыу- үҙ технологияларыңды үҫтереү һәм алға ебәреүгә ҙур мөмкинлек. Кластерҙарға ҡараған предприятиелар, төрлө субсидиялар, страховка иғәләнәләрен кәметеү, ташламалы кредит кеүек өҫтәмә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәйҙәге барлыҡ кластерҙарҙың 4-тән бер өлөшө Башҡортостанға тура килә. Улар республиканың 307 предприятиеһын берләштерә. Беҙҙең төбәк был йүнәлештә, һис шикһеҙ лидер”,-тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостан предприятиелары 118 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп иткән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ