"Урмандарҙы һаҡлау" тигән федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, яҙын 4 мең 100 гектарҙа үҫентеләр ултыртылырға тейеш булған. План 12 процентҡа арттырып үтәлгән. Иң күп ағас Белорет, Йылайыр, Ҡариҙел һәм Бөрйән райондарында ултыртылған, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан.




