Тантаналы саралар 15 июндә билдәләнгән һөнәри байрам уңайынан үтә. Бөгөн табиптар алғы һыҙыҡта эшләгән коллегаларына ла тәбрикләү һүҙҙәре һәм изге теләктәр еткерә. “Луна” ҡушаматлы шәфҡәт туташы “Башҡортостан” полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында эшләй. “Тәүҙә һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ебәрҙеләр. Артабан Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнөм”, - ти ул.




