Константин Толкачев медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри көнө байрамы менән тәбрикләне. Ул республика халҡы исеменән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә изге эш һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Байрам уңайынан һөнәр алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәрҙең хеҙмәт стажы тиҫтәләрсә йылдар менән һанала. Аҡ халатлыларҙың һәр береһе үҙ йүнәлешендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән. Улар Гиппократ антына тоғро ҡалып көн һайын һаулыҡ һағында тора.

Республика тарафынан аҡ халатлыларҙы дәртләндереү, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыуҙа күп яҡлы эш алып барыла. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” кеүек күләмле программалар 2030 йылға тиклем оҙайтылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ