Ағиҙел ҡалаһында һыу аҫты һунары фестивале үтте. Ике көн дауам иткән сарала илдең 12 төбәгенән 35 команда, йәғни 105 һунарсы ҡатнашты. Ярыш Ағиҙел йылғаһы акваторияһында уҙғарылды. Беренсе урынды Ҡазандан килгән команды алды, коллектив 50 кг ауырлыҡтағы йәйен тотто. Сараны асыу һәм ябыу тантаналары махсус йыһазландырылған пляжда ойошторолдо, унда ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Фестиваль көндәрендә ҡала халҡы бушлай балыҡ менән һыйланды, шулай уҡ майҙанда кулинария конкурсы ла үтте.



