Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. Аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан медицина учреждениеларна 31 автмобиль асҡысы тапшырылды. Транспорт саралары «Медицинаның беренсел звеноһын яңыртыу» милли проекты буйынса алынған. Халыҡ сәләмтәлеге һағында торған үҙ һөнәренең оҫталары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тәү ҡарамаҡҡа үҙебеҙҙең илдә сығарылған ябай ғына транспорт сараһы. Әммә был автомобилдең эсендә пациенттарға тәүге ярҙам күрһәтеү, уларҙы йөрөтөү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Фәрит Усманов 20 йылға яҡын водитель булып эшләй. Элекке транспорт менән сағыштырғанда ер менән күк араһы, хатта кварцлау программаһы бар, ти ул.
Майҙанда күсмә медицина техникаһы күргәҙмәһе лә ҡуйылған. Улар төрлө йүнәлештә эшләй, реанимация, кардиология, стоматология, ҡатын-ҡыҙ һаулығы буйынса. Был транспорт сараларын түгел, тәгәрмәс өҫтөндәге медицина учреждениеһы тип әйтергә мөмкин. Мобиль поликлиникалар һәр ваҡыт юлда, республика ҡала-райондары буйлап йөрөй.
Башҡортостан медицина системаһы алдында әле төп бурыс булып сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу тора. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларның транспорт паркын яңыртыу ҙа ошо маҡсатты күҙ уңында тота.
Әммә тармаҡтың төп байлығы кадрҙар, үҙ эшен яратҡан һөнәр оҫталары. Башҡортостан табиптары республика халҡына ла, унан ситтә лә медицина ярҙамы күрһәтә.
Радий Хәбиров аҡ халатлыларға үҙ һөнәренә тоғролоғо, фиҙаҡәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙгә тотош йәмғиәттең сәләмәтлеге, кеше ғүмерҙәре бәйле, тине Радий Фәрит улы. Республика башлығы медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса башҡарылған эштәргә лә туҡталды. Башҡортостан медицина учреждениелары федераль кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулаған, күптән түгел Өфөләге кардиология диспансерында халыҡ-ара талаптарға яуап биргән хирургия корпусы сафҡа индерелгән.
Яңы медицина учреждениелары, транспорт паркын яңыртыу, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Бөгөн медицина системаһында комплекслы һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкрлек алып барыла. Алда ла ҙур маҡсаттар тора. Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Бөрө үҙәк район дауаханаһының фельдшеры Нәфис Сафин да бар, ул Лука Крымский миҙалына лайыҡ булды. Нәфис Нәзиф улы Красный Луч дауаханаһында ла эшләп ҡайтҡан.
Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре аҡ халаттарын байрамса кейемгә алмаштырған. Әммә аҡлыҡ-паклыҡ уларҙың күңелдәрендә.
Сәләмәтлек һағында тороу һөнәр генә түгел, ул кешенең булмышы, асылы, йәшәү рәүеше. Сөнки кешене дарыуҙар ғына түгел, яҡты йөҙ ҙә, йылы һүҙ ҙә дауалай. Әлеге осор медицина хеҙмәткәрҙәренән һөнәри оҫталыҡ, кешелек сифаттарынан тыш заман менән бергә атлауҙы, яңы технологияларҙы үҙләштереүҙе лә талап итә. Ә махсус хәрби операция башланыу менән аҡ халатлылар юғары илһөйәрлек өлгөһө күрһәтеп тәүгеләрҙән булып алғы һыҙыҡҡа баҫты.
Рәмзиә Кәримова




